+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2020, 23:06

Акция: «Быуындар хәтерен һаҡларбыҙ»

Рәсәйҙең мәғариф министрлығы «Быуындар хәтерен һаҡларбыҙ» акцияһын башлап ебәрҙе. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң? Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйләнгән ниндәйҙер бер объект (һәйкәл, мемориал, урам) тураһында һөйләгән видеояҙма йәки фотоларҙы социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға кәрәк. Ошо хэштектарҙы ла #СохранимПамятьПоколений #ГодПамятииСлавы #МинпросвещенияРоссии #(ҡатнашыусының йәшәгән төбәге күрһәтелә) ҡуйырға онотмағыҙ. Әлбиттә, социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй мәғариф министрлығының төркөмөнә лә https://vk.com/minprosvet яҙылыу талап ителә. Иң яҡшы эштәр төркөмдә бөтә илгә күрһәтеләсәк. Акция 25 декабргә тиклем дауам итә.
Читайте нас: