+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2020, 23:46

Башҡорт теле көнөнә – «Мирас» ансамбле концерты

Башҡорт теле көнөнә «Мирас» ансамбле «Теле барҙың – иле бар» тигән концерт программаһын тәҡдим итә. Ул Өфө ҡалаһының мәҙәни-ял итеү үҙәгендә (элекке «Химиктар» мәҙәниәт һарайы) уҙасаҡ.

Был көндө «Мирас» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле үҙенсәлекле программаһы менән сығыш яһаясаҡ. Улар араһында «Йыуаса», «Ҡул эше оҫталары» вокал-хореография композициялары һәм башҡа номерҙар ҙа бар. Тамашасылар билдәле һәм аҙ башҡарылған йырҙарҙы ла ишетәсәк. Башҡорт бейеүҙәре һәм йырҙары халыҡ тарихы хаҡында һөйләйәсәк, халҡыбыҙҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен дә күрһәтәсәк.
Әйтергә кәрәк, «Мирас» ансамбле республикабыҙҙа киң билдәле ансамблдәрҙең береһе. Үҙҙәренең составында улар бейеү һәм вокал төркөмөн, ансамбль һәм халыҡ ҡоралдары оркестрын да берләштергән.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был концертты килеүселәр генә түгел, Культура.РФ порталы тамашасылары ла ҡарай аласаҡ. Сара 14 декабрҙә киске сәғәт 7-лә башлана.
Читайте нас: