+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2020, 20:25

Еңеүселәрҙе ноутбук, смартфон кеүек шәп бүләктәр көтә

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген яҡшы беләһеңме? Хәҙер үк ин дә берҙәм федераль тест үтеү өсөн www.знатокпдд.рф сайтына теркәлә һал. Бында V-XI синыфтар белемен тикшерә ала.

Ноутбук, электросамокат, смартфон, онлайн-кинотеатрға подписка кеүек приздар өсөн тырышып ҡара, бәлки, уңыш һиңә йылмайыр. Һәр ҡатнашыусыға сертификат та биреләсәк. Онлайн-тест V-VII синыфтар өсөн — 14 декабрҙә, VIII - IX синыфтарға — 15 декабрҙә, X-XI синыфтарға 16 декабрҙә үтәсәк. Ә 21 декабрҙә сайтҡа дөрөҫ яуаптар һалынасаҡ.
Флешмобта ла ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн шәхси синыф кабинеты эргәһендә фотоға төшөп, социаль селтәрҙәрҙә #ЗнатокПДД хэштегы менән билдәләргә кәрәк.
Әлеге проектты Рәсәйҙең эске эштәр министрлығының дәүләт автоинспекцияһы Рәсәйҙең мәғариф министрлығы ярҙамында ойоштора.
Читайте нас: