+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2020, 21:30

Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең проекттары менән таныша алаһығыҙ

Баш ҡалабыҙ халҡы һәм килгән ҡунаҡтар «Торатау» конгресс-холында генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә конкурс эштәрен ҡарай ала. Уларҙы 14 –16 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем күрергә була.

Авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмау маҡсатында конкурс эштәрен фотоға төшөрөү рөхсәт ителмәй. Килеүселәр өсөн махсус бланктар әҙерләнгән, унда үҙ фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырырға мөмкин. Ҡарар өсөн 8 (927) 327-77-24 телефоны буйынса (иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 5-кә тиклем) яҙылыу талап ителә.
Читайте нас: