+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 13:46

Быйыл республика Башлығы Шыршыһы үтмәйәсәк

Илебеҙҙәге эпидемиологик хәлгә бәйле быйыл республика Башлығы Шыршыһы уҙғарылмай. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.

Был төп байрамға уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, ишле аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙән балалар, һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр – барлығы 800-ләгән бала саҡырыла торғайны. Бында ҡатнашырға тейеш булғандарҙың барыһына ла Яңы йыл бүләктәре таратыласаҡ.
28 һәм 29 декабрҙә республикабыҙҙа балалар өсөн тышта театрлаштырылған иртәлектәр һәм Ҡыш бабай, башҡа әкиәт геройҙары ҡатнашлығында Яңы йыл уйындары уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ каникул осоронда муниципалитеттарға «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2021» уҙғарырға тәҡдим ителде.
Быйыл сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар ҡатнашлығында Аксаков шыршыһы ла үтмәйәсәк. Улар өсөн шәхси ҡотлауҙар ғына ойоштороласаҡ.
– Республиканың социаль учреждениеларына 5,6 миллион һумға 9,5 мең Яңы йыл бүләге тапшырылды, — тип тә белдерҙе Ленара Иванова.

Читайте нас: