+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 15:43

«Йәшә, шыршыҡай!» акцияһы бара

Дуҫтар, «Йәшә, шыршыҡай!» акцияһы башланды. Унда 6-нан 17 йәшкәсә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Әлеге тәбиғәтте һаҡлау сараһы уҡыусыларҙа һәм халыҡта экологик мәҙәниәт тәрбиәләү, тыуған яҡтың урман байлыҡтарына яуаплылыҡ тойғоһо уятыу йәһәтенән үткәрелә.

Акция бер нисә номинацияла ойошторола:
  1. «Урман һылыуҡайын һаҡлағыҙ» һүрәттәр конкурсы – I – V синыфтар өсөн;
  2. «Креатив-шыршы» ҡул эштәре бәйгеһе – I – IX синыфтар өсөн;
  3. Ылыҫлы ағастарҙы һаҡлауға саҡырған буклеттар һәм иҫкәртеү ҡағыҙҙары эшләү – X – XI синыфтар өсөн.
  4. Акцияға ярашлы, «Урман һылыуҡайын һаҡлайыҡ» темаһына уҡытыусылар һәм өҫтәмә белем биреү педагогтары өсөн «түңәрәк өҫтәлдәр», оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ.
    Конкурс эштәрен анкета-ғариза менән электрон форматта [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Эштәр 2021 йылдың 10 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Акцияға йомғаҡ 20 ғинуарға тиклем яһала. Һәр номинация буйынса еңеүселәр, призёрҙар билдәләнәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте «Бәйләнештә» селтәрендәге https://vk.com/club109556183 төркөмөндә алырға була.
    Читайте нас: