+32 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2020, 13:13
«Яңы йыл менән, республика» флешмобы башланды
Яҡынлашып килгән Яңы йыл уңайынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Яңы йыл менән, республика!» флешмобын башлап ебәрҙе. Был хаҡта «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдәрендә хәбәр итәләр.
Талаптарға яуап биргән һәр видеоҡотлау Яңы йыл байрамдарында телеканалда күрһәтеләсәк. Иң үҙенсәлекле ҡотлауҙар «Робот всем» компанияһы тәҡдим иткән смартфон һәм ҡиммәтле приздар уйнатыуҙа ҡатнаша.
Флешмобта ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә һуң?
1. «Бәйләнештә» селтәрендәге (
https://vk.com/bash_tv
) төркөмдәренә яҙылырға;
2. Яңы йыл ҡотлауын «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге шәхси сәхифәгә
#сновымгодомБашкортостан
#телеканалБСТ
#роботвсем
хэштегтары менән ҡуйырға;
3. Ҡотлауҙы 31 декабргә тиклем юймаҫҡа;
4. Үҙ сәхифәңде асырға.
Ә ниндәй бүләктәр уйнатыласаҡмы?
1 урын – Xiaomi Redmi 9A смартфоны;
2 урын – гироскутер;
3 урын – Haylou Smart Watch LS02 смарт сәғәте.
Талаптарға яуап бирмәгән эштәр ҡаралмаясаҡ. Еңеүселәр 31 декабрҙә тура эфирҙа билдәләнәсәк.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?