+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 18:23

Госпиталь мәктәбе филиалы асыласаҡ

2021 йылда Башҡортостанда Денис Назаров башланғысы менән «УҡыйбыҙБеләбеҙ» федераль проектының госпиталь мәктәбе филиалы асылыуы көтөлә.

Ул медицина учреждениеларында оҙаҡ дауаланыу үткән балалар тулы рәүешле белем алһын өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
Әлеге госпиталь мәктәбе филиалын булдырыу буйынса онлайн-конференция үткәрелде лә инде. Бында «УҡыйбыҙБеләбеҙ» проекты етәксеһе Сергей Шариков, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Назарова һәм башҡалар ҡатнашты. Яңы мәктәп кабинеттарын интерактив ҡоролмалар менән йыһазландырыуҙы «Samsung» компанияһы үҙ өҫтөнә алды. Ә медицина учреждениеһы биләмәһендәге биналарҙы йыһазландырыуҙы Денис Назаров хәстәрләйәсәк.
Читайте нас: