-4 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 10:47
Мишкәлә ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" федераль проектына ярашлы, Мишкә районының Иҫке Арзамат, Изимари ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ҡуйыу тамамланды.
— Иҫке Арзамат ауылында 601 кеше йәшәй, шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемгеләр — 148, ә Изимариҙа — 389 кеше, шул иҫәптән 73 бала, — тип белдерҙе баш табип Илдар Абзалетдинов.
Оҙаҡламай фельдшерҙар бөтә уңайлы шарттары булған бинала ауылдаштарын ҡабул итә башлаясаҡ һәм квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтә аласаҡ.
#национальныепроекты
;
#нацпроекты
;
#региональныепроекты
;
#регпроекты
;
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в