+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2020, 17:43

Ниндәй Яңы йыл саралары үтәсәк?

Раҫланған Яңы йыл саралары планына ярашлы, мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан байрам сараларын ойоштороу буйынса эш алып барыла.

25 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә һәр муниципалитетта республика Башлығы, муниципалитет хакимиәте башлыҡтарының Яңы йыл бүләктәрен тапшырыу үтәсәк. Сарала театрлаштырылған тамаша, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән уйындар, флешмобтар, шыршы эргәһендә конкурстар, бүләктәрҙе тапшырыу ҡаралған.
28-29 декабрҙә урамда Ҡыш бабай һәм башҡа әкиәт геройҙары ҡатнашлығында иртәлектәр, ишек алды уйындары уҙасаҡ. Был сараларҙы Яңы йыл шыршыһы ҡуйылған һәр тораҡ пунктында айырым график буйынса үткәреү ҡаралған.
Белеүегеҙсә, Яңы йыл каникулы көндәрендә икенсе тапҡыр «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2021» ойоштороласаҡ. Ул ике блокка – спорт һәм интеллектуаль-танып белеүгә бүленгән. Спорт уйындары 2021 йылдың 3 ғинуарынан 6-ыһына тиклем бара. Тюбингта йөрөү, ваҡытҡа санала шыуыу, быймала хоккей уйындары ойоштороласаҡ.
Икенсеһе 12 ғинуарҙа онлайн режимда старт алып, 14 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Бында виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ буйынса республика онлайн-хакатоны, онлайн рәүештә интеллектуаль өҫтәл уйындары, халыҡтар тарихы, мәҙәниәтте белеү буйынса уҡыусылар өсөн лекторий, «ЮХХ ритмында» челлендж-марафоны, «Интеллекттар алышы» республика конкурсы, үҙбилдәләнеш һөнәри фестивале буласаҡ.
Читайте нас: