+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 10:23

Ҡаҙағстандың Бойондороҡһоҙлоҡ көнө уңайынан ҡотлау ебәрҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин милли байрамдары – Бойондороҡһоҙлоҡ көнө уңайынан Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаевҡа ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.

Дәүләт Башлығы Ҡаҙағстандың социаль-иҡтисади һәм фәнни-техник үҫештә яулаған уңыштарын, донъя киңлегендәге илдең абруйын, шулай уҡ халыҡ-ара көнүҙәк проблемаларҙы хәл иткәндә мөһим конструктив ролен билдәләп үтте. Владимир Путин тағы ла Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында союзлыҡ һәм стратегик партнёрлыҡ мөнәсәбәттәренең уңышлы үҫешен дә юғары баһаланы. Рәсәй Президенты берлектәге көс менән генә ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү тәьмин ителәсәген белдерҙе.



Читайте нас: