+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2020, 10:17

"Йылмайыу" балалар баҡсаһы асылды

Краснокама районы Ҡуян ауылында "Демография" милли проекты һәм республика адреслы инвестиция программаһы буйынса төҙөлгән заманса "Йылмайыу" балалар баҡсаһы асылды.

Асыу тантанаһында баш ҡала ҡунаҡтары, район хакимиәте, йәмәғәтселек вәкилдәре, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Краснокама районы хакимиәте башлығы Рөстәм Марат улы Мусин әйтеүенсә, балалар баҡсаһы хәҙерге заман технологиялары буйынса төҙөлгән, кескәйҙәрҙең ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Башҡортостан Республикаһы капиталь төҙөлөш идаралығының төп белгесе Илдар Флүр улы Ғиндуллин балалар баҡсаһы мөдире Ләйсән Әҙип ҡыҙы Илалетдиноваға балалар баҡсаһының символик асҡысын тапшырҙы. Ҡыҙыл таҫманы киҫеү тантаналы мәлдәрҙең береһе булды. Унан һуң ҡунаҡтар бинаны ҡараны.

Учреждение 5 төркөмгә һәм 95 тәрбиәләнеүсегә иҫәпләнгән. Бында музыка һәм физкультура залдары киң, уйын, уңайлы йоҡо бүлмәләре, өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн кабинет урынлашҡан. Балалар баҡсаһында заманса аҙыҡ-түлек блогы эшләй, махсус йыһазландырылған медицина блогы ла бар.



Читайте нас: