+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2020, 23:08

«Иғтибар, балалар!» акцияһы үтәсәк

Республикабыҙҙа «Иғтибар, балалар!» акцияһы башлана. Ул балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү маҡсатында 21 декабрҙән 2021 йылдың 15 ғинуарына тиклем үтәсәк.

Акция барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейдтарға сығасаҡ, белем биреү учреждениеларында уҡыусылар менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса һөйләшеүҙәр уҙғарыласаҡ. Интернет селтәрендә онлайн режимда «Пассажир һәм автомобиль креслоһы дуҫлаша» һүрәттәр, «Юл һүрәттәре» фотолар конкурстары, «Йәйәүле, наушнигыңды сис» иҫкәртеү акцияһы, «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ритмында», «Иң билдәле мәктәп» челлендж-марафондар, шулай уҡ викториналар, тематик флешмобтар, юлдарҙа үҙеңде хәүефһеҙ тотоу оҫталығын нығытыу һәм уҡыу буйынса олимпиадалар ҙа ойоштороласаҡ.
Читайте нас: