+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2020, 20:58

Башҡортса йөрөү көнө сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай

Яңы йылдың тәүге көнөндә – 1 ғинуарҙа республикабыҙҙың бөтә район-ҡалаларында Башҡортса йөрөү көнө (скандинавса) үтәсәк. Был сара «Демография» милли проектының «Спорт – йәшәү нормаһы» төбәк проектына ярашлы ойошторола.

Бындай көн сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, скандинав йөрөштө популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Спорт сараһының ойоштороусылары – йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, муниципаль район һәм ҡалаларҙың физик культура һәм спорт идаралығы органдары. Бөтә теләүселәргә лә 2021 метр арауыҡты үтеү тәҡдим ителә. Бында сараға теркәлеү үткән, скандинав йөрөшө техникаһын үҙләштергән барлыҡ теләүселәр ҙә ҡатнаша ала.
Читайте нас: