+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2020, 20:59

Иглиндә яңыртылған кинотеатр эшләй башланы

Иглин халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Район мәҙәниәт йортонда яңыртылған «Йыһан» кинотеатры асылды. Бындай мөмкинлеккә улар «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы эйә булды.

Ошо 2020 йылда Иглин районы Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы булышлығында ойошторолған Кино фондының конкурсында ҡатнашҡайны. Һөҙөмтәлә район мәҙәниәт йорто кино залын йыһазландырыу өсөн 5 миллион һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булды.
Был 260 урынға иҫәпләнгән кино залы һанлы 3D һәм 2 D форматтарындағы фильмдарҙы күрһәтеү өсөн яңы ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Өҫтәмә рәүештә касса техникаһы, мәғлүмәт-реклама панеле һәм 3D фильмдар ҡарар өсөн күҙлектәр алынған.
Читайте нас: