+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2020, 01:34

Кескәйҙәрҙең ата-әсәйҙәренә аҡсалата сертификат бирелә

Башҡортостанда кескәй балаларҙың атай-әсәйҙәренә аҡсалата сертификаттар биреләсәк. Был хаҡта мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе

Министр билдәләүенсә, ошо йылдың башынан республикабыҙҙа «Мәктәпкәсә сертификат» проекты эшләй башлаған. Пилотлы проект булараҡ, тәүҙә – Стәрлетамаҡта, сентябрҙән Өфөлә индерелгән. Ошо ваҡыт эсендә 1008 сертификат бирелгән. Уны дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына түләү өсөн ҡулланырға була. Сертификаттың суммаһы 6 меңде тәшкил итә.
Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, был мәктәпкәсә белем биреү системаһына йөкләмәне кәметә һәм ошондай балалар баҡсаларын үҫтерергә мөмкинлек бирә. Әгәр былтыр республикабыҙҙа 31 дәүләткә ҡарамаған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләһә, әлеге йылда 45-кә еткән.
Читайте нас: