+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2020, 21:02

Милли музей күңелле сараларында һеҙҙе көтә

Яңы йыл алдынан һәм байрам көндәрендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы барыһын да күңелле сараларына саҡыра.

25-нән 30 декабргә тиклем килеүселәрҙе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы аласаҡ. Ә 2 ғинуар – бигерәк тә үҙенсәлекле көн. Ни өсөн, тиһегеҙме? Был көндө музейҙа Яңы йыл ретро уйынсыҡтарының күргәҙмәһе асыласаҡ. Бында 300-гә яҡын әйбер – шыршы уйынсыҡтары, төрлө кәрәк-яраҡ нәмәләр, XX быуаттың 50-80 йылдарындағы Яңы йыл открыткалары ҡуйыласаҡ. Барыһы менән дә тулыраҡ Милли музейҙың афишаһында таныша алаһығыҙ.
Читайте нас: