+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2020, 00:36

«Серле Ҡыш бабай» акцияһы башланды

Башҡортостан халҡы «Серле Ҡыш бабай» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡырыла. Ул Яңы йылды байрам итеүҙә ил халҡын берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Һәр кем байрам менән тәбрикләй, шул уҡ ваҡытта үҙе лә таныш булмаған кешенән ҡотлау алыу мөмкинлеге бирелә.

Әлеге сара – #МЫВМЕСТЕ ирекмәндәренең «Һәр өйгә – Яңы йыл» акцияһының бер өлөшө. Ҡатнашырға теләүселәргә тайныйдедмороз.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Һәр «Серле Ҡыш бабай»ға осраҡлы рәүештә Яңы йыл менән ҡотларға тейешле кеше хаҡында мәғлүмәт ебәрелә. Бүләктәр менән алышыу ҡатнашыусылар теләге буйынса онлайн йәки офлайн форматта уҙасаҡ.
Читайте нас: