Вики мәктәбендә онлайн уҡығың килһә...
Дуҫтар, Рөстәм Нурыевтың онлайн вики мәктәбе барлығын беләһегеҙме әле?
Ул тағы ла яңы төркөмгә уҡыусылар йыя башлаған. Был хаҡта «Бәйләнештә» селтәрендәге https://vk.com/club66803702 төркөмөндә хәбәр итә. Уҡыуҙар 2021 йылдың 9 ғинуарынан 4 февралгә тиклем барасаҡ. Бында уҡығандар ҡыҫҡаса википедия менән танышасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте алда әйтеп үтелгән төркөмдә алырға мөмкин.