+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2020, 10:17

Сашаның хыялы тормошҡа ашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Тула өлкәһенән 10 йәшлек Саша Колясников менән телефондан аралашты. Ил башлығы "Теләктәр шыршыһы" Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашып, малайҙың ата-әсәһе менән Мәскәү зоопаркына барыу хыялын тормошҡа ашырғайны.

— Эх, ысын панданы күреп, ҡосаҡлаһаң ине! — тип хыяллана ине Саша. Малайҙың уй-хыялы көтмәгәндә ҡабул булды.

Малай ата-әсәһе менән Мәскәү зоопаркы хеҙмәткәрҙәре ҡарауында хайуандарҙы ҡараны, күнекмәләр үткәреү өсөн махсус урында булды. Ул ғына түгел әле, Жуи исемле панда һүрәт тә төшөрә белә икән. Бергәләп футболкаға рәсем дә яһанылар. Малайҙың ҡыуанысы сикһеҙ ине.

Экскурсия ваҡытында Саша һәм уның ата-әсәһенә Владимир Путин шылтыратып, Жуи менән осрашыу оҡшағанмы икәнлеген һораны, шулай уҡ малайҙы Яңы йыл хыялы тормошҡа ашыу менән ҡотланы.



Читайте нас: