Яңы медицина пункты 1960 йылдарҙа төҙөлгән иҫке бинаны алыштырған. Хәҙер инде Нуғайбәк, Ивановка, Батрак ауылдары халҡы сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шундай уңайлы шарттарҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәр булыуы ла ҡыуандыра. "Ауыл табибы" программаһында ҡатнашыусы йәш белгес Елена Мещерякова эшкә йәйгеһен генә тотонған. Улар тормош иптәше менән бында ҡалған, өй төҙөгәндәр, ул үҫтерәләр. Йәш белгескә 40 йылдан ашыу фельдшер булып эшләгән ҡәйнәһе Любовь Анатольевна Мещерякова һөнәр оҫталыҡтарының серенә төптәнерәк төшөнөргә ярҙам итә.