+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 13:30

Башҡортостанда "Изге кино" акцияһы старт алды

Балиғ булмағандар, өлкәндәр һәм сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн социаль учреждениеларҙа Яңы йыл фильмдарын күрһәтеү ойошторола. "Изге кино" исемле акцияны "Берҙәм Рәсәй" яҡлыларының төбәк советы үткәрә. Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау өсөн ул ябыҡ күрһәтеү форматында уҙа.

Бынан тыш, "РосКвиз" интеллектуаль уйындарын үткәреү ҙә планлаштырыла, улар совет һәм Рәсәй киноһы тарихына арнала. Күптән түгел Өфөнөң һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүселәр өсөн яңы йыл фильмы күрһәтелде. Бүздәк районында Халыҡ-ара кино һәм Яңы йыл байрамдары көнөнә арналған "РосКвиз" интеллектуаль уйыны балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация бүлексәһендә үтте. Командалар 1, 2, 3 дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде, ә һәр ҡатнашыусы урындағы "Берҙәм Рәсәй" бүлексәһенән бүләктәр алды. Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһында инвалидтар өсөн нәфис фильм ҡарау ойошторолдо.
Читайте нас: