+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 10:19

Диманың хыялы ла ҡабул булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Теләктәр шыршыһы" Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыусы 9 йәшлек Дима Ащепков һәм уның ғаиләһе менән осрашты. Малай Ҡыҙыл майҙанды күрергә, конькиҙа йөрөргә һәм президенттың эшләгән урыны менән танышырға хыяллана ине.

Дима Силәбенән Мәскәүгә ата-әсәһе, 14 йәшлек Денис ағаһы һәм 8 йәшлек Софья һеңлеһе менән килгәйне. Улар ВДНХ-ла, ҡала планетарийында, зоопаркта, "Патриот" паркында һәм Кремлдә булырға өлгөрҙө.

Дима Владимир Путин менән катокта күреште. Дәүләт башлығы малайҙың тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынды. Унан боҙға олимпия чемпионы, Континенталь хоккей лигаһын үҫтереү буйынса вице-президент Валерий Каменский сыҡты. Улар бергәләп хоккей уйнау буйынса күнекмә үткәрҙеләр, иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.



Читайте нас: