+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 18:27

Кешеләрҙең һүнмәһенсе, Һүнмәһенсе йөрәк хисе

Учалы егете Мөнир Иҡсанов Килмәк мәктәбе өсөн 6 дана «Йәншишмә» гәзитенә яҙылды.

Ул – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. «Менегеҙ ҡанатлы аттарға» (2012), «Урал ҡоросо» (2018) китаптары авторы. 2014 йылдан БР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Мөнир Иҡсановтың «Ҡара упҡын» шиғырында:

Ҡара упҡын. Көндән-көнгә

Үҫә бара тартыу көсө.

Кешеләрҙең һүнә бара,

Һүнә бара йөрәк хисе! –

тигән юлдар бар. Шул юлдарҙы үҙгәртеп, кешеләрҙең һүнмәһенсе йөрәк хисе, тип мөрәжәғәт иткем килә. Мөнир Ишкенә улынан өлгө алып, киләсәк быуынды ҡайғыртып,башҡалар ҙа балаларҙы матбуғат менән дуҫлаштырһын ине.

Ә Башҡортостан матбуғатының тоғро дуҫы Мөнир Иҡсановҡа белем таратыу өлкәһендә лә, ижади яҡтан да ҙур уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: