+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 16:01

Максим Ульчев үҙе ҡотланы!

Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн коллегабыҙ Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы ХӘКИМОВА Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде.

Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы – гәзитебеҙҙең хәбәрсеһе. Ул 1994 йылдан алып бөгөнгө көнгәсә тиклем «Йәншишмә»лә («Башҡортостан пионеры») эшләй. Бына инде 30 йылға яҡын балалар гәзитенә тоғро ул. Бөгөн дә гәзит тиражы артһын, тип бар көсөн һалып тырыша.
Корректор булараҡ хеҙмәт юлын башлап, әлеге көндә гәзитебеҙҙең хәбәрсеһе. Зөһрә Хәкимова – шулай уҡ Башҡортостан Журналистар союзының ағзаһы ла.
Беҙ, уның хеҙмәттәштәре, Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙына ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, ғаиләһенә тыныслыҡ һәм именлек, һәр изге эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: