+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2020, 10:28

Рсай ауылында — яңы балалар баҡсаһы

Илеш районы Рсай ауылында 50 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы сафҡа инде.

Был социаль объектты төҙөү 2019 йылдың аҙағында башланғайны. Оҙаҡ көтөп алған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөү "Демография" милли проекты буйынса мөмкин булды.

Балалар баҡсаһында универсаль зал, музыка һәм спорт дәрестәрен үткәреү өсөн урын, шулай уҡ медицина, кер йыуыу һәм аҙыҡ-түлек блоктары ла бар. Балалар баҡсаһы биләмәһе уйын майҙансыҡтары, күләгә япмалары һәм бәләкәй архитектура формалары менән матурланған.

— Педагогтарҙы бигерәк тә техник яҡтан йыһазландырыу ҡыуандырҙы. Интерактив таҡта ярҙамында балаларға әкиәттәр, презентациялар күрһәтеп буласаҡ, — ти балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәфиҙә Шакирова.

Әйтергә кәрәк, 2020 йылда "Демография" милли проектына ярашлы, 3 мең 890 урынлыҡ 24 балалар баҡсаһы төҙөү планлаштырылған. Әлеге маҡсатҡа 3 миллиард 9 миллион һум аҡса бүленгән.



Читайте нас: