+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 01:12

Башҡорт теле кабинеттарына бүләктәр

Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм уның халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы буйынса Рәсәй төбәктәре мәктәптәренең башҡорт теле кабинеттары өсөн комплекттар алынған.

Яңыраҡ бүләктәр Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Күҙәш мәктәбенә тапшырылған. Комплектҡа башҡорт халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙарының портреттары, башҡорт алфавиты, Башҡортостан картаһы һәм башҡа күргәҙмә материалдар инә.
Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығынан ошондай комплекттар Силәбе ҡалаһының 6-cы, 8-се, 24-се мәктәптәренә, Пермь крайының Барҙымдағы Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияһына, Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районының Һунарсы мәктәбенә лә алып барылған.
Был күргәҙмә материалдар республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә туған телде өйрәнеүҙә булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: