+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 10:29

Путин Фәләстин Президенты менән һөйләште

Фәләстин яғы теләге менән Рәсәй Президенты Владимир Путин Фәләстин Президенты Мәхмүт Аббас менән телефондан һөйләште.

Һөйләшеү барышында сауҙа-иҡтисад һәм гуманитар өлкәләрҙә ике яҡлы килешеп эш итеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алыштылар. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса хеҙмәттәшлек итеүгә айырым иғтибар бүленде, шул иҫәптән Палестинаға Рәсәйҙә етештерелгән вакцинаны ебәреү буйынса ла һөйләштеләр. Яҡын көнсығыш проблемаһын яйға һалыу ҙа ҡаралды. Лидерҙар етеп килгән Яңы йыл байрамы менән дә бер-береһен ҡотланы.


Читайте нас: