+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2020, 10:14

Стәрлетамаҡта "Һаҡсыл поликлиника" проекты индерелгән

Стәрлетамаҡтағы 2-се ҡала хәстәханаһының балалар поликлиникаһында "Һаҡсыл поликлиника" проекты ғәмәлгә ашырыла.

Был "Һаҡсыл поликлиника" проекты эштең бөтә йүнәлештәрендә ҡулланыла. Балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын арттырыу йәһәтенән түбәндәге эштәр башҡарылған: балиғ булмағандарға профилактик ҡарауҙы үткәреү яҡшыртылған; расписание электрон рәүештә алып барыла; килгән сирлеләр ағымдарын бүлеү, шул иҫәптән кисектереп булмаған саҡырыуҙар буйынса ла; мәктәпкәсә белем учреждениеһына, белем усағына справка биреү, шифахана-курорт картаһы, студенттарға ауырығанлыҡ ҡағыҙы булдырыу. Регистратураны оптималләштереү пациенттар ағымын бүлергә, сираттан ҡотолорға һәм сирлеләрҙең һорауына ваҡытында яуап бирергә ярҙам иткән. Картотекала карталарҙы берҙәм мәғлүмәттәр базаһы аша участкалар буйынса төҫлө бүлеү ҡулланыла. Медицина учреждениеһының баш табибы Эльвира Ғилуанова әйтеүенсә, пациенттар медицина учреждениеһында хеҙмәтләндереү сифаты артыуын, килгән саҡта ваҡыт та күп исраф ителмәүен билдәләгән.



Читайте нас: