+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 10:15

"Ҡанатлы калейдоскоп" конкурсында ҡатнашмай ҡалмағыҙ

Яңы йыл каникулы көндәрендә 2021 йылдың 2 ғинуарында "Ҡанатлы калейдоскоп" конкурсы үтәсәк. Ул мәғариф һәм фән, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, республика балалар экология-биология үҙәге булышлығында ойошторолоп, ике өлөштән торасаҡ.

Был көндө иртәнге 10-дан көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем республикабыҙҙың бөтә райондарында үҙ ҡулдарың менән тағараҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ. Һәр муниципалитет иң шәп эштәрҙең фотоларын баһалау өсөн ойоштороу комитетына ебәрәсәк. Ә инде көндөҙгө сәғәт 2-енән 4-кә тиклем орнитология буйынса белемдәрен тикшереп ҡарарға теләүселәр "Знаток-орнитолог" онлайн-викторинаһында ҡатнаша ала. Унда инеү өсөн һылтанма 25 декабрҙә республика балалар экология-биология үҙәгенең рәсми төркөмөндә ҡуйыласаҡ.

— Тирә-яҡты һаҡлауға йүнәлтелгән саралар экология өлкәһендәге яңы йүнәлештәрҙе әүҙем үҫтерә һәм беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе күтәрә. Беҙ тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡларға тырышабыҙ, бының менән киләсәк быуындың тормошо бәйләнгән. Шуға күрә һәр беребеҙгә яңы экологик ҡиммәттәргә һөйөү уятырға кәрәк, — ти тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе Ринат Фәтҡуллин.

Сара "Экология" милли проектына ярашлы уҙғарыла. Һәр номинацияла еңеүселәр, призёрҙар билдәләнәсәк, дипломдар, иҫтәлекле приздар ҙа ҡаралған.


Читайте нас: