+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 11:33

Өфөлә Яңы йыл сараларының интерактив картаһы эшләй

Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә Яңы йыл сараларының интерактив картаһы эшләй башланы. Бында уларҙың уҙғарылыу ваҡыты һәм үткәреү урыны күрһәтелгән.

Өфө мэрияһы мәғлүмәттәре буйынса, 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем үткәрелгән саралар календарҙа https://ufacity.info/2021 күрһәтелгән һәм тематик көндәр рәүешендә ойошторола. Ленин, Салауат Юлаев һәм Совет майҙандарында төп шыршылар ҡуйылған, ҡаланың һәр районында ла боҙ ҡаласыҡтары асыҡ.
Яңы йыл төнөндә – 31 декабрҙә төп концерт Ленин майҙанында үтәсәк. Төнгө 2-лә фейерверк та буласаҡ.
Быйылғы Яңы йыл саралары 2021#беҙһинекөттөк девизы менән үткәрелә. 31 декабрь йәмәғәт транспорты төндә дүртенсе яртыға тиклем йөрөйәсәк.
Читайте нас: