+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 13:30

Рәсәй уҡыусылары яңы санитар ҡағиҙәләре буйынса уҡыясаҡ

2021 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй уҡыусылары Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең яңы санитар ҡағиҙәләре буйынса уҡыясаҡ.

Мәҫәлән, балалар уҡыу йортона тиклем бик оҙаҡ барырға тейеш түгел. Мәктәп ҡалала урынлашҡан йорттан 500-800 метр аралыҡта булырға һәм ауылда бер саҡрымдан артмаҫҡа тейеш, кире осраҡта, балаларҙы йөрөтөү өсөн транспорт ойошторола. Әгәр балалар мәктәптә дүрт сәғәттән ашыу булһа, ҡайнар аш ойошторолорға тейеш, тип өҫтәнеләр ведомствола. Дәрестәрҙең оҙайлығы һаҡлана - иң күбе 45 минутҡа тиклем, тәнәфестәр - 10 минуттан кәм түгел.
"Шаршамбы йәки кесаҙна – балалар арымаһын өсөн еңеләйтелгән көн, тип ҡаралған. Физик күнегеүҙәр дәрестең кәмендә 70 процентын биләргә тейеш ", - тиелә Анна Попова ҡул ҡуйған Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең ҡарарында. Уҡыусылар имтиханды 30 минуттан ашыу көтмәҫкә, ә әгәр ул дүрт сәғәт дауам итһә, балаларҙы туҡландырыу мөһим. Уҡыу йорттарында инфраҡыҙыл йылытҡыстар булырға тейеш түгел - бары тик дөйөм йылытыу ғына. Һыуыҡ һәм эҫе һыу ҙа мотлаҡ. Был ҡағиҙәләр балалар баҡсаларына һәм балалар лагерҙарына ла ҡағыла. Мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн көн һайын уйынсыҡтарҙы йыуып,таҙартып торорға ҡушыла.Әйткәндәй, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле дистанцион уҡыуға күсергә йыйынмай. Был хаҡта 2020 йылдың 1 октябрендә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Яндекс.Картинки сервисы нигеҙендә фотоколлаж.
Читайте нас: