+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 14:30

"Теләктәр шыршыһы" акцияһы дауам итә

Башҡортостанда "Теләктәр шыршыһы" Бөтә Рәсәй Яңы йыл акцияһы дауам итә. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етемдәргә, шулай уҡ һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә ул.

Премьер-министр урынбаҫарҙары икешәр хаттағы яңы йыл хыялын тормошҡа ашырасаҡ, ә министрҙар - берәүҙе. Хәйриә сараһында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары һәм республиканың ҡала һәм район башлыҡтары ҡатнаша. Башҡортостандың Теләктәр сайтына 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Был акция 28 февралгә тиклем дауам итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 декабрҙә республикала акцияға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров старт бирҙе. Ул "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ҡуйылған шыршынан өс уйынсыҡ шарҙы алып, уларҙа яҙылған теләктәрҙе үтәргә вәғәҙә бирҙе. Шулай уҡ хөкүмәт вәкилдәре лә был акцияға ихлас ҡушылды.
Фото "Башинформ" сайтынан.
Читайте нас: