+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 08:52

2021 - Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы

Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының попечителлек советы ултырышы видеоконференция режимында үтте. Был хаҡта Kremlin.ru сайты хәбәр итә.

Осрашыуҙың төп темаһы 2030 йылға тиклем ошо юғары уҡыу йортоноң үҫеш стратегияһы ине.
— Беҙҙең көн тәртибендә, ғәҙәттәгесә, күп мәсьәләләр тора. Иң тәүҙә Мәскәү дәүләт университетының үҫеш программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарына туҡталғы килә. Һуңғы 10 йылда, дөйөм алғанда, күп уңыштар яуланды. МДУ фәнни-тикшеренеү һәм белем алыу өлкәһендә лә алға етди аҙым яһаны. Университеттың социаль, уҡыу, лаборатор, һанлы инфраструктураһы киңәйтелде. Донъяның алдынғы интеллектуаль үҙәктәре араһында МДУ-ның абруйы артыуы ла бик мөһим, төрлө дәүләттәрҙәге йәш ғалимдар, һәләтле студенттарҙы ылыҡтыра был.
Бөгөн университет, бер ниндәй арттырыуһыҙ, илдең төп фәнни-белем биреү үҙәктәренең береһе, Ватан юғары мәктәбенең флагманы, беҙ һәр ваҡыт был турала һөйләйбеҙ, бында, һис шикһеҙ, ошонда ултырыусы попечителдәрҙең өлөшө ҙур. Хөрмәтле хеҙмәттәштәр, дуҫтар, һеҙ финанс, ойоштороу ярҙамы ғына күрһәтмәйһегеҙ, иң мөһиме, үҙегеҙҙең изге миссияғыҙҙы ла күңелегеҙҙе һалып башҡараһығыҙ һәм университет алдында торған һәм килеп тыуған проблемаларҙы һәр ваҡыт хәл итергә әҙерһегеҙ. МДУ тормошонда әүҙем ҡатнашыуығыҙ, ҡыҙыҡһыныусан булғанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт әйтке килә, — тип белдерҙе ил етәксеһе.
Владимир Путин 2021 йылды Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан итергә тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, ғалимдар хеҙмәте айырым иғтибарға лайыҡ. Президент билдәләүенсә, «Воробьёвы горы» фәнни-технологик үҙәге 2025 йылға, Мәскәү дәүләт университетының 270 йыллығына, киң үҫеш аласаҡ.
Ултырыш аҙағында дәүләт башлығы барыһын да етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, уңыштар теләне.



Читайте нас: