+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 10:57

3–7 йәшлектәргә аҡсалата түләү тәртибе үҙгәрәсәк

2021 йылдан башлап республикабыҙҙа 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр тәртибе үҙгәрәсәк. 1 ғинуарҙан ошо категорияға ҡараған ғаиләләр аҡсалата ярҙамды арттырылған күләмдә аласаҡ. Был хаҡта ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.

Бындай арттырылған күләмдәге аҡсалата түләү ярлылыҡ сигендә йәшәгән, уртаса килеме йәшәү минимумынан аҙыраҡ булған ғаиләләргә түләнәсәк. Ленара Иванова аңлатыуынса, әлеге ваҡытта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә йәшәү минимумының яртыһы түләнә, ә алдағы йылдан был ғаиләләр 10 меңгә яҡын ала башлаясаҡ.
Фото: интернет селтәренән.
Читайте нас: