+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 17:36

8 – 12 йәшлектәрҙе «Яңы йыл бейеү мәктәбе» көтә

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы балалар өсөн сюрприз әҙерләгән. Уларҙың байрам уңайынан ойошторолған проекты «Яңы йыл бейеү мәктәбе» тип атала.

Был проектта 8 – 12 йәштәге теләгән һәр бала ҡатнаша ала. Дәрестәрҙең расписаниеһы һәм афишаһы Башҡорт хореография колледжы, балалар сәнғәт мәктәбе, хореография студиялары, хореография мәктәптәре социаль селтәрҙәрендә һәм сайттарҙа ҡуйылған. 28 – 30 декабрҙә колледж педагогтары ошо йәштәгеләр өсөн оҫталыҡ һәм интерактив дәрестәр уҙғарасаҡ.
Читайте нас: