+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 10:36

Милли музей филиалдары еңеүҙәр яуланы

Республикабыҙҙың Милли музейы филиалдары «Минең музейым» республика музейҙар конкурсының еңеүселәре һәм призёрҙары булды.

Башҡортостанда йыл һайын «Минең музейым» республика бәйгеһе ойошторола. Быйыл ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Конкурс мәҙәниәт министрлығы тарафынан Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе булышлығында ойошторолдо. Дүртөйлө тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған Башҡортостан Республикаһы дәүләт музейҙарының күргәҙмә проекттары» номинацияһында Гран-при яуланы. Икенсе урынды ошо уҡ номинацияла Туймазылағы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы алды. Әлеге үк номинацияла өсөнсө урын Темәстәге тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына бирелде. Еңеүселәр һәм призёрҙар дипломдар һәм Рәхмәт хаттары, ҡоролмалар һәм китаптар алыу өсөн сертификаттар менән бүләкләнде.
Читайте нас: