+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 06:30

Урмандарҙы һаҡлау планы арттырып үтәлгән

«Экология» милли проектына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы 2019 йылдан «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша.

Бөтә күрһәткестәр буйынса әлеге йылға ҡуйылған бурыстар үтәлеп, 106, 5 процентты тәшкил итә. Урмандарҙы тергеҙеү саралары ҡуйылған 14,2 мең гектар план урынына арттырып, 14, 9 мең гектарҙа башҡарылған. Йылайыр, Белорет, Ҡариҙел, Баймаҡ, Бөрйән райондарында, йәғни ҡайҙа урман әҙерләү көсөргәнешле алып барыла, шул яҡтарҙа урмандарҙы тергеҙеү эштәре ҙур күләмдә эшләнелгән. Бөтә ҡырҡылған һәм ҡороған урман үҫентеләре участкаларында урмандарҙы тергеҙеү өсөн 2,075 тонна орлоҡтар һаҡламы ла булдырылған.
Бынан тыш, көсөргәнешле янғын миҙгеле осоронда урмандарҙа ут сығыу һөҙөмтәһендә 7 миллион 300 меңлек һумлыҡ зыян килгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектының маҡсатлы күрһәткесе үтәлгән. Был йәһәттән федераль проекты буйынса яңы алынған урмандарҙы һүндереү техникалары, оператив рәүештә саралар күрелеүе ярҙам иткән.




Читайте нас: