+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 21:46

Йомшаҡ шыршыҡай һәм бүләктәр көнө үтте

Быйыл Республика Башлығы Шыршыһы, Өфө ҡала хакимиәтенең һәләтле уҡыусылар һәм һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Яңы йыл байрамдары үткәрелмәне. Шуға ла бөгөн, Йомшаҡ шыршыҡай һәм бүләктәр көнөндә, Башҡортостандың төрлө тарафтарында матур саралар ойошторолдо, унда ҡыҙҙар һәм малайҙар Республика Башлығы, муниципаль район һәм ҡала округтары етәкселәре исеменән бүләктәр алды.

Коронавирус пандемияһы арҡаһында бүләкләү тантаналары боҙ ҡаласыҡтарында ойошторолдо. Уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиадалар, спорт ярыштары, конкурстар еңеүселәре саҡырылғайны. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары ҡатнашлығындағы саралар бик күңелле үтте.
Шулай уҡ "Изге Яңы йыл" хәйриә акцияһында һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың өйҙәренә бүләктәр алып барылды.
Читайте нас: