+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2020, 11:28

Йылы туҡталыш

Өфөнөң "Ҡунаҡһарай" туҡталышында автобус көтөп оҙаҡ торорға килһә лә өшөмәҫбеҙ инде хәҙер.

Сөнки унда тәүге йылы туҡталыш ҡуйылған. Павильон ябыҡ һәм йылытҡысы бар. Wi-Fi, USB-порттар, яҡтыртҡыс, видеокүҙәтеү һәм ашығыс ярҙам саҡыртыу төймәһе менән дә йыһазландырылған.
Тиҙҙән Өфөнөң “Башҡорт дәүләт аграр университеты”, "Минһажев урамы", "СССР-ҙың 50 йыллығы урамы", "Галле ҡалаһы исемендәге урам" туҡталыштары ла ошондай йылы һәм уңайлы буласаҡ.
Фото: интернеттан.
Читайте нас: