+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2020, 23:56

Республика Башлығының матбуғат конференцияһы көтөлә

Республика Башлығы Радий Хәбировтың матбуғат конференцияһы уҙасаҡ. Төбәк етәксеһе 29 декабрҙә киске сәғәт 7-лә журналистарҙың һәм республикабыҙ халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк.

Һорауҙарҙы хәҙерҙән үк «Бәйләнештә» селтәрендәге Башҡортостан юлдаш телевидениеһы төркөмөндә бирергә мөмкин. Матбуғат конференцияһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, "Россия 24", "Башкортостан 24", UTV һәм "Вся Уфа" телеканалдарында, шулай уҡ социаль селтәрҙә тура эфирҙан ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: