+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2020, 22:26

Яңы йыл ҡотлауҙары флешмобына ҡушылығыҙ

Башҡортостанда йәшәүселәр республика халыҡтарының туған телдәрендә Яңы йыл ҡотлауҙары флешмобында ҡатнаша ала. Ул 28 декабрҙә үтәсәк.

Бының өсөн туған телдә Яңы йыл ҡотлауы менән бер минутлыҡ видеяҙма әҙерләп, социаль селтәрҙәргә ҡуйырға кәрәк, #ПоздравляюНаРодномЯзыке, #ТуғанТелемдәҠотлайым, #НовогоднийБашкортостан хэштектарын да ҡуйырға онотмағыҙ.

Был Яңы йыл видеоҡотлауы мотлаҡ республикабыҙ халыҡтарының туған телендә төшөрөлөргә тейеш. Камераны горизонталь урынлаштырырға кәрәк. Фотоһүрәттәр, махсус эффекттарҙы файҙаланырға мөмкин.
Флешмобта һәр теләүсе ҡатнаша ала, йәш сикләүе юҡ.
Читайте нас: