+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 23:59

Депутат ҡыҙға кәзә бүләк иткән

Дәүләкән районы Поляковка ауылынан 10 йәшлек Йәсминдең Яңы йыл хыялы тормошҡа ашҡан. Уға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Тимур Ғилмийәров кәзә бүләк иткән.

Баҡһаң, ҡыҙ һеңлеһенә йорт хайуаны бүләк итеүҙәрен һораған икән. Бәләкәй туғанының һыйыр һөтөнә аллергия булғас, кәзәне һайлаған.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы кәзәне Поляковка ауылында бүләк иткән, ике ҡыҙға ла тәмлекәс бүләктәр ҙә тапшырып, һау-сәләмәт булыуҙарын теләгән.
Әйткәндәй, «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы етем, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың һәм һаулығына хәүеф янаған өлкән йәштәгеләрҙең Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашыра. Башҡортостандан акцияның сайтына 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән.
Читайте нас: