+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 23:57

Икенсе Этҡолда яңыртылған мәҙәниәт усағы асылды

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында – ҙур ҡыуаныс! Бында «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса күп функциялы мәҙәниәт үҙәге асылды.

Замана талаптарына яраҡлаштырылған клуб тулыһынса яңыртылған. Өр-яңы музыка ҡоролмалары, иркен тамаша залы, бай китапхана, спорт йыһаздары, балалар менән шөғөлләнеү өсөн заманса ҡоролмалар – ауыл халҡы өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар.
– Икенсе Этҡолда эшһөйәр халыҡ йәшәй. Улар эшләргә лә, ижад менән шөғөлләнергә лә өлгөрәләр. Шуға күрә яңыртылған ауыл мәҙәниәте йорто халыҡ өсөн яңы офоҡтар асыр, үҙешмәкәрҙәр рәтенә яңы һәләттәрҙе үҙенә тартыр, тигән ышаныстабыҙ, – тип белдерҙе мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев.
Күп функциялы мәҙәниәт үҙәге бинаһынан тыш, уның эргәһе лә матурланды. Башҡорт халҡының билдәле шәхестәренең береһе, Бөрйән волосы старшинаһы, тархан Алдар батырға һәйкәл биләмәгә йәм өҫтәне. Уның авторы – билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошов.
Читайте нас: