+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 12:25

«Ауыл уҡытыусыһы» программаһына ғаризалар ҡабул ителә башлай

2021 йылдың 10 ғинуарынан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса конкурс һайлауында ҡатнашыу өсөн дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башлай.

Ғаризалар һәм документтарҙы 15 апрелгә тиклем түбәндәге тәртип буйынса тапшырырға кәрәк:
  1. «Ауыл уҡытыусыһы» федераль порталында теркәлергә һәм ғариза бирергә;
  2. Федераль порталда ғариза биргәндән һуң дәғүәселәр документтарының ҡағыҙ төрөн төбәк операторға – мәғарифты үҫтереү институтына тапшыра. Ул Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120, 207-се бүлмә адресы буйынса урынлашҡан. Документтарҙы ҡабул итеү графигы: дүшәмбенән алып йомаға тиклем 9.30 – 11.00 һәм 14.30–16.00 сәғәттәр.
  3. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо телефон буйынса 8 987 58 45 776 алырға мөмкин.
    Читайте нас: