Квесты уңышлы үткәндәргә сертификат биреләсәк
Уҙып барған йылдың аҙағында Өфөнөң үҙәк ҡала китапханаһы «Яңы йыл уттары әкиәткә саҡыра» тигән онлайн-квеста ҡатнашырға саҡыра.
Квест китапхананың рәсми сайтында https://ufa-lib.ru 30 декабрҙән 2021 йылдың 14 ғинуарына тиклем һылтанма буйынса барасаҡ. Унда һәр бер теләүсе ҡатнаша ала. Бының өсөн онлайн-квестағы эштәрҙе үтәргә; килеп сыҡҡан фразаны сайт аша https://ufa-lib.ru ебәрергә кәрәк. Квесты уңышлы үткәндәргә 14 ғинуарҙан һуң сертификатты күсереп алырға һылтанма ебәреләсәк.