+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 01:05

Төбәгебеҙҙә тәүге «IT-куб» үҙәге барлыҡҡа килде

Баш ҡалабыҙҙың 162-се «Смарт» полилингваль мәктәбе нигеҙендә төбәктәге тәүге «IT-куб» балаларға һанлы белем биреү үҙәге асылды. Ул «Мәғариф» милли проектының «Һанлы белем биреү мөхите» федераль проекты буйынса булдырылған инновацион майҙансыҡ.

Әлеге ваҡытта был үҙәктә 500-гә яҡын бала шөғөлләнә. Улар алты йүнәлеш буйынса бушлай уҡый: Java телендә программалау, Python телендә программалау, кибергигиена, системалы етәкселек итеү, мобиль эшкәртмә. Дәрестәрҙә уҡыусылар теория менән таныша, яңы технологияларҙы практикала үҙләштерә.
«IT-куб» Дим районы мәктәптәре һәм Өфө ҡалаһы уҡыусыларына программалау, робот техникаһы, виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ, яһалма интеллект өлкәһендә белем алырға мөмкинлек бирә. Ҙур дистанцион эш тәжрибәһе дәрестәрҙе онлайн режимда үткәрергә лә юл ҡуя.
Алдағы йылдарҙа Башҡортостанда тағы ла ошондай 8 һанлы белем биреү үҙәге асыласаҡ.
Читайте нас: