+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Декабрь 2020, 10:23

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" төбәк проекты буйынса Ғафури районы Ташбүкән ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үтте.

Заманса бина бөтә талаптарға яуап бирә, кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Бында медицина процедуралары, вакцина яһау, профилактика саралары уҙғарыласаҡ. Бынан тыш, фельдшер-акушерлыҡ пунктында дарыуҙар һаҡлау өсөн махсус урын билдәләнгән. Яңы бинала 202 кеше хеҙмәтләндереләсәк, шуларҙың 18-е — балалар.

Шулай уҡ ошо районда Ҡурғашлылағы күп функциялы үҙәк иҫке бинанан яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына күсте. Ә унда 240 кеше хеҙмәтләндереләсәк, шуларҙың 33-ө — балалар.




Читайте нас: