+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 10:33

Бер-береһен Яңы йыл менән ҡотланылар

Рәсәй Президенты Владимир Путин Финляндия Республикаһы Президенты Саули Ниинистё менән телефондан һөйләште. Дәүләт башлыҡтары Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, бер-береһенә изге теләктәрен еткерҙе.

Уҙып барған йылда Рәсәй һәм Финляндия хеҙмәттәшлегенең төп йомғаҡтары хаҡында фекер алыштылар. Баҡһаң, ошо йылда дипломатик бәйләнеш булдырыуға 100 йыл тула икән. Алдағы йылдарҙа ла сауҙа-иҡтисад өлкәһендә берлектә хеҙмәттәшлек итеү, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш алып барыу хаҡында һүҙ алып барҙылар. Шулай уҡ ҡайһы бер халыҡ-ара көнүҙәк мәсьәләләргә лә ҡағылдылар, шул иҫәптән Рәсәй һәм Евросоюз мөнәсәбәттәренә лә.


Читайте нас: