+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2020, 10:27

Мәҙәниәт өлкәһендә йыл йомғаҡтары

Әлеге йылда федераль һәм республика ҡаҙна иҫәбенә 50 мәҙәниәт учреждениеһы ремонтланған һәм асылған. Бының өсөн 900 миллиондан ашыу аҡса тотонолған. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.

— Шулай уҡ беҙ "Урындағы мәҙәниәт йорто" проекты буйынса 15 объектты төҙөкләндерҙек, 15-енең матди-техник нигеҙен нығыттыҡ һәм 20 объект "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса башҡарылды, — тип мәғлүмәт бирҙе Әминә Шафиҡова.

Быйыл милли проектҡа 1 миллиард 200 миллион һум йүнәлтелгән. Был суммаға 2 мәҙәниәт-ял итеү учреждениеһы булдырырға, тағы ла 18 учреждениены ремонтларға мөмкин булған, биш районға автоклубтар алынған, 4 модель китапханаһы, 4 виртуаль концерт залы, 6 заманса кинозал асылған. Республикабыҙҙа 14 балалар сәнғәт мәктәбе һәм 3 колледж музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Министр билдәләүенсә, йыл йомғаҡтары буйынса бөтә эштәр ваҡытында башҡарылған, күрһәткестәр еренә еткерелгән.


Читайте нас: